Йондоз булак итам слова песни
Обновлено: 22.11.2024
Йондоҙ бүләк итмәм, сөнки буйым етмәй,
Бүләк итәм һиңә ысын һөйөү.
Әгәр булһаҡ бергә, ҡайғың булмаҫ бер ҙә,
Урап уҙыр яныу һәм көйөү.
Ҡыҙҙар бирһә сәләм, һиҙҙермәйсә алам,
Оҡшап бөтмәҫ тейеп үҙеңә.
Ҡарашыңдан һиҙәм, һин күптәрҙән һиҙгән,
Көнләшеүең сыҡҡан йөҙөңә.
Әгәр булһаң елкән, мин кем булам икән,
Булам микән әллә ел-дауыл?
Юҡ, мин дауыл булмам, еңәлмаҫһың алдан,
Дауылда елкәнгә бик ауыр.
Читайте также: