Тексты детских башкирских песен
Обновлено: 23.11.2024
Тексты 11-и популярных детских песен на башкирском языке.
Просмотр содержимого документа
«Тексты детских песен на башкирском языке.»
Киләсәкте уйлап юлға сыҡтыҡ,
Изгелекле таңдар оҙатһын.
Асҡыстарын беҙгә һин бирәһең
Ғилем тигән аҫыл йоҙаҡтың.
Гимназиям - белем усағы,
Йәйеп тора гелән ҡосағын.
Ғилем тауҙарына үрләй барһаҡ,
Алдыбыҙҙа офоҡ яҡтыраҡ.
Мәктәбебеҙ һинең уңыштарың
Тыуған илем йәмен арттыра.
Гимназиям - белем усағы,
Йәйеп тора гелән ҡосағын.
Йәшәтеүсе ерҙә башҡорт рухын,
Башҡортостан – ғәзиз еребеҙ
Мәктәбеҙ көмөш ҡыңғырауы-
Онотмабыҙ мәңге һине беҙ.
Гимназиям - белем усағы,
Йәйеп тора гелән ҡосағын.
Әсәйемдең ҡосағы
Мең-мең йондоҙ, мең-мең ҡояш
Күпме нур һәм йылылыҡ бар
Әсәйемдең ҡосағы –
Изгелектәр усағы,
Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп,
Ярат, ярат, һин, тағы.
Юғалта белә әсәй,
Изге, яҡты теләктәрҙе
Көнгә мең тапҡыр теләй.
Әсәйемден ҡосағы –
Изгелектәр усағы,
Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп,
Ярат, ярат, һин,тағы.
Ап-аҡ гөлдәр үҫкәндәр,
Аҡ күңеле билдәләре
Әсәйемдең ҡосағы –
Изгелектәр усағы,
Балам, тиеп, наҙлап-һөйөп,
Ярат, ярат, һин, тағы.
Башкортостан- ил генәм
(А.Игебаев һүҙ., Г.Ишҡыуатова көйө)
Сабый саҡтан күкрәгемә
Тамыр йәйгән гөл генәм.
Һулыш биргән, тормош биргән
Әсәйемдәй бер генәм.
Ҡушымта:
Башҡортостан – ил генәм,
Ил генәм, ил генәм,
Гөлдәр менән тиң генәм.
Тамыр йәйгән гөл генәм,
Гөл генәм, гөл генәм,
Башҡортостан – ил генәм.
2. Һулар һауам, йәнгә дауам,
Сыуаҡ, матур көн генәм.
Күңелдәргә йәйғор һуҙған
Йор һәм сәсән тел генәм.
Ҡушымта:
3. Күп милләтле дәүләтем һин,
Тиңдәр менән тиң генәм.
Ғүмер иткән, донъя көткән,
Йән ереккән ер генәм!
Ҡушымта:
Читайте также: