Текст песни кайтып кит давай

Обновлено: 22.11.2024

Please write artist names in Latin letters; there's an extra field for the original name. I've corrected that here.

пт, 14/06/2019 - 19:04

hi, this song marked as Tatar, but it's a Bashkir song. and here posted not an original lyrics but a translation into Kazach. how can we fix it?

пт, 14/06/2019 - 19:17

Do you have the original Bashkir lyrics?

сб, 15/06/2019 - 18:28

title: Ҡайтып кит, давай-давай

I.
Кистәрен һиңә барам,
Өйөңә килеп етәм,
Һыҙғырам, ҡысҡырам,
В общем, һине саҡырам.

Һин ипләп кенә сыҡтың,
Миңә ҡырын ҡараның,
Әрләнең.
В общем, мине ҡыуҙың.

ҡушымта/(chorus):
"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Йөрәк һине яратмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Күңелем һиңә ятмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

II.
Кистәрен тағы барҙым,
Гөл-сәскә тотоп килдем,
Ҡыҙылдан, матурҙан,
Әҙрәк һиңә оҡшаған.

Һин ипләп кенә сыҡтың,
Миңә ҡырын ҡараның,
Әрләнең.
В общем, тағы ҡыуҙың.

ҡушымта(chorus):
"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Йөрәк һине яратмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Күңелем һиңә ятмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

III.
Сит илгә сығып киттем,
Һәм шунда эшкә төштөм,
Тырыштым, эшләнем,
Ҡуп аҡса алып ҡайттым.

Һин ипләп кенә сыҡтың,
Миңә матур ҡараның,
Һа -
Артымдан һин йүгерҙең!

ҡушымта/(chorus):
"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Йөрәк һине яратмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Күңелем һиңә ятмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

Читайте также: