Без ауылдын шап егеттаре текст песни

Обновлено: 22.11.2024

1.Ниңә тотонһаҡ та уҙебеҙ
Һә тигәнсе эшләп ҡуябыҙ
Күркәм итеп өй һалабыҙ
Йәйен бесәнен сабабыҙ
Һис бирешмәй малын табабыҙ.
ҡ-та
Беҙ ауылдың шәп егеттәре
Типһә тимер өҙөрлөктәре
Ҡара ҡашлы ҡара күҙле
Ярһып типкән ут йөрәкле
Беҙ ауылдың көс-ғәйрәттәре
Ярһып типкән йөрәкле
Ҡыҙҙарғала кәрәкле
Беҙ ауылдың шәп егеттәре.

2.Һабантуйҙарҙа,арғымаҡта
Ал бирмәйсә ярһып еләбеҙ
Сәхнәләрҙә шашып бейеп
Көрәш майҙанына сыҡһаҡ
Сит яҡтарға билде бирмәйбеҙ.

3.Беҙ бит замана егеттәре
Ауылымдың тау бөркөттәре
Үҙебеҙҙекен бирмәйбеҙ
Яттарҙыҡына теймәйбеҙ
Бына шулай гөрләп йәшәйбеҙ.

Другие песни исполнителя:

Иман бирһен Хоҙай

Идель Нургалин

Идель Нургалин

Ағиҙелдең буйҙарында

Идель Нургалин

Рәхмәт йыры

Идель Нургалин

Был доньялар ике килмәй беҙгә , Ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ . Яғымлы ла атай-әсәйҙәрҙең, Бөйөклөгөн инде аңлайыҡ . Привев: Рәхмәтемде ҡабул итегеҙ , Һеҙгә йырлар йырым барында , Бәхет - шатлыҡ һеҙгә тәләйем , Рәхмәт һеҙгә атай әсәйем. 2) Теләктәрем фатихалар тулы, Саф йөрәклеһең һин әсәйем. Беләк инде атай ғүмерең буйы, Һеҙ балларым тиеп йәшәйһең

Абаға сәскәһе

Идель Нургалин

Абағалай серле һинең мөхәббәтең, Ҡасан сәскә атыр – белмәҫһең. Өҙгөләнеп һине, һине саҡырһам да Ишетмәҫһең инде, килмәҫһең. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла. Карурманға кердем бары һине эҙләп, Күрһәтер тип юлды абаға. Сәскәһенең сихри яҡтылығы һине Ярҙам итер тиеп табырға. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла. Шундай матур итеп, сәскә ата, тиҙәр, Тирә-яҡты күмеп яҡтыға. Абағаның шулай сәскә атмауын да Юрайһылыр, бәлки, яҡшыға. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла.

Читайте также: