Бер тугандар идель нургалин текст песни

Обновлено: 23.11.2024

Беҙ бит бер ҡарында яралғанбыҙ,
Ата-әсә наҙын күргәнбҽҙ
Бер икмәкте бүлеп ашағанбыҙ,
Бергә илап, бергә көлгәнбеҙ.

Бер туғандар бит беҙ! Бер оянан
Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ,
Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып,
Шатлыҡтарҙы бергә тойғанбыҙ.

Бер туғаның өсөн йән атыуҙы
Кәмһенеү тип уйлай ҡайһылар.
Юғалтмайыҡ, зинһар, туғандарҙы,
Бынан да ҙур ниндәй ҡайғы бар?!

Хоҙай беҙҙе бергә булһын өсөн
Бер туғандар итеп яратҡан.
Мин яратам һеҙҙе, туғандарым!
Ниндәй булһағыҙ ҙа яратам!!

Другие песни исполнителя:

Рәхмәт, йәнем

Идель Нургалин

Иҫеңдәме иркәм күл буйында Вәғәҙәләштең бергә булырға Шул ваҡыттан алып хәҙергәсә Тоғро ҡалдыҡ биргән анттарға Рәхмәт йәнем рәхмәт һиңә генә Бар ғүмереңде бағышланың Мин бәхетле һин янымда булып Тормошомдо минең урланың Иҫеңдәме иркәм бәхетебеҙ Икеләтә артҡан саҡтары Тормошобоҙ мәғәнәһе булып Йортҡа сабыйҙарҙың ҡайтҡаны Бирһә ине Хоҙай һәр кемгә лә Ошо бәхеттәрҙе татырға Ғүмерҙәрҙең ахырына ҡәҙәр Яратып һәм яратылырға

Беҙ ауылдың шәп егеттәре

Идель Нургалин

1.Ниңә тотонһаҡ та уҙебеҙ Һә тигәнсе эшләп ҡуябыҙ Күркәм итеп өй һалабыҙ Йәйен бесәнен сабабыҙ Һис бирешмәй малын табабыҙ. ҡ-та Беҙ ауылдың шәп егеттәре Типһә тимер өҙөрлөктәре Ҡара ҡашлы ҡара күҙле Ярһып типкән ут йөрәкле Беҙ ауылдың көс-ғәйрәттәре Ярһып типкән йөрәкле Ҡыҙҙарғала кәрәкле Беҙ ауылдың шәп егеттәре. 2.Һабантуйҙарҙа,арғымаҡта Ал бирмәйсә ярһып еләбеҙ Сәхнәләрҙә шашып бейеп Көрәш майҙанына сыҡһаҡ Сит яҡтарға билде бирмәйбеҙ. 3.Беҙ бит замана егеттәре Ауылымдың тау бөркөттәре Үҙебеҙҙекен бирмәйбеҙ Яттарҙыҡына теймәйбеҙ Бына шулай гөрләп йәшәйбеҙ.

Аҡландарға кил

Идель Нургалин

Абаға сәскәһе

Идель Нургалин

Абағалай серле һинең мөхәббәтең, Ҡасан сәскә атыр – белмәҫһең. Өҙгөләнеп һине, һине саҡырһам да Ишетмәҫһең инде, килмәҫһең. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла. Карурманға кердем бары һине эҙләп, Күрһәтер тип юлды абаға. Сәскәһенең сихри яҡтылығы һине Ярҙам итер тиеп табырға. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла. Шундай матур итеп, сәскә ата, тиҙәр, Тирә-яҡты күмеп яҡтыға. Абағаның шулай сәскә атмауын да Юрайһылыр, бәлки, яҡшыға. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла.

Әсә көтә улын

Идель Нургалин

1. Тағы тора ҡояшлы май Күктә ҡоштар ҡайталар Тирә-яҡта аҫыл гөлдәр Гөрләп сәскә аталар. Ҡушымта: Әсә көтә улын, әле ҡайтыр тиеп, Әсә көтә улын, иҫән тиеп. 2. Көтә ине әсә улын Ниңә улы ҡайтманы. Сәскә атты ун туғыҙ йыл Ниңә башҡа атманы. Ҡушымта: Әсә илай, улым, ҡайҙа ҡалдың тиеп Әсә илай, ерҙә, бәхет юҡ тип. 3. Әсә тора башын эйгән Һары сәскә ҡулында Был әсәне тағы ниҙәр Көтә тормош юлында. Ҡушымта: Әсә әйтмәй башҡа, улым һаумы тиеп, Әсә әйтмәй башҡа улым тиеп.

Читайте также: