Аксарлак песня на башкирском текст
Обновлено: 22.11.2024
Am
Елбауырлап осҡан ҡоштар
Dm Am
Аҡсарлаҡ түгел микән?
Am G C Em
Һин киткәнгә мин түҙермен,
C Em Am
Йөрәгем түҙер микән.
C Dm Am
Һин киткәнгә мин түҙермен,
C Dm Am
Йөрәгем түҙер микән.
Аҡсарлаҡтар уйнар күлдә
Табып алдым пар ҡанат.
Һөйөүемдең билгеһе тип
Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап.
Һөйөүемдең билгеһе тип
Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап.
Ҡаурый ғына тороп ҡалды
Ҡанатлы һөйөүемдән.
Ҡайтауаздар ғына ҡалды
“Яратам”, — тиеүендә.
Ҡайтауаздар ғына ҡалды
“Яратам”, — тиеүендә.
Елбауырлап осҡан ҡоштар
Аҡсарлаҡ түгел микән?
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән.
Һин киткәнгә мин түҙермен,
Йөрәгем түҙер микән.
Читайте также: