Якыннар китэ текст песни
Обновлено: 23.11.2024
Хоҙайҙан яҙған һәр беребеҙгә
Күпме ғүмер юлын үтергә.
Кемдер алдараҡ, кемдер һуңыраҡ
Барыбыҙҙың юлы - бер ергә
Ҡушымта:
Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып
Ваҡытлыса түгел, мәңгегә.
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы,
Эх, күрешеп бер һөйләшергә
Алдан киткәндәр белмәйҙәр микән
Юғалтыуҙың әсе ҡазабын
Ҡалғандар белә, ташлап киткәндәр
Яндарына кире ҡайтмауын
Ҡушымта:
Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып
Ваҡытлыса түгел, мәңгегә.
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы,
Эх, күрешеп бер һөйләшергә
Кемдер яҙмыштан, кемдер яңылыштан
Китеп бара ҡала донъяла
Күрешеп булмай, һөйләшеп булмай
Ҡабул булһын ҡылған доғалар
Ҡушымта:
Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып
Ваҡытлыса түгел, мәңгегә.
Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы,
Эх, күрешеп бер һөйләшергә
Читайте также: