Слова песни эсэй elvin grey

Обновлено: 23.11.2024

1) "Әсәй",тиеп купме йыр йырланған
Купме шиғыр юлы теҙелгән,
Сөнки юк шул әсәйҙән дә нығырак
"Балаларым",тиеп өҙөлгән.

Припев:
Нисек кенә итеп еткерәйем
йорэктэ гел рәхмәт тойғоhон?
Алдарыңа теҙләнәмен,әсәй,
Маңлайыңдың убәм hәр hырын.

2) Уҙем әсәй куптән,язмыщында
Әҙ эсмәнем тормош hурпаhын
Тик hаман да,ғәзиз әсәкәйем,
Изге кәнәшеңә мохтажмын.

Припев:
Нисек кенә итеп еткерәйем
йорэетэ гел рәхмәт тойғоhон?
Алдарыңа теҙләнәмен,әсәй,
Маңлайыңдың убәм hәр hырын.

3) Ғумереңде беҙгә бағышланың
Фәрештәләй хаман hаклайhың
Ауыр сакта тоям иңдәремдә
эсай ҡулдарыңдың йылыhын.

Припев:
Нисек кенә итеп еткерәйем
йорэктэ гел рәхмәт тойғоhон?
Алдарыңа теҙләнәмен,әсәй,
Маңлайыңдың убәм hәр hырын.

Читайте также: