Резеда аминева текст песни

Обновлено: 23.11.2024

1. Шылтырат, миӊә, һин, шылтырат,
Минеӊ хәлкәйҙәремде һорап,
Ярһыу күӊелкәйемде йыуат,
Шылтырат, миӊә, һин, шылтырат.

Алло, алло, мин тыӊлайым,
Тауышыӊды һағынғайным.
Алло, алло, мин тыӊлайым,
Тауышыӊды һағынғайным.

2. Шылтырат, миӊә, һин, шылтырат,
Тулған күӊелкәйеӊде бушат,
Хәлкәйҙәреӊде генә һөйләп,
Шылтырат, миӊә, һин, шылтырат.

Алло, алло, мин тыӊлайым,
Тауышыӊды һағынғайным.
Алло, алло, мин тыӊлайым,
Тауышыӊды һағынғайным.

- Алло, алло
Ниӊә өндәшмәйһеӊ?
- Мин тыӊлайым һине.
- Тауышыӊды ғына ишетергә теләгәйнем.

3. Оҙон-оҙон юлдарҙы урап,
Һин килерһеӊ хәлемде һорап,
Ышанам осрашыуға юрап,
Шылтырат, миӊә, һин, шылтырат.

Алло, алло, мин тыӊлайым,
Тауышыӊды һағынғайным.
Алло, алло, мин тыӊлайым,
Тауышыӊды һағынғайным.

Читайте также: