Раиль уметбаев атай текст песни

Обновлено: 22.11.2024

Йомшаҡ һүҙең ҡатлы булып,
Тәрбиәләй беҙҙе атайҙар.
Бөгөн һеҙҙең кеүек, үрнәктәр алып,
Үҫтерәбеҙ ғәзиз балалар (2 тапҡыр)

Ҡушымта:
Атай, һине яратам тиеп әйтергә онотмағыҙ,
Атайым тиеп, атайым тиеп,
Ҡосаҡлап алыуға ни етә,
Ҡосаҡлап һөйөүгә ни етә.

Кеше ғүмере Хоҙай ҡулында,
Атайлылар - бәхетле йәндәр.
Тормош аҡылы, донъя асылы,
Яралған атай йөрәгендә (2 тапҡыр)

Ҡушымта:
Атай, һине яратам тиеп әйтергә онотмағыҙ,
Атайым тиеп, атайым тиеп,
Ҡосаҡлап алыуға ни етә,
Ҡосаҡлап һөйөүгә ни етә.

Ул ҡыҙҙар тыуһын аталы булып,
Ата бәхетенә ирешеп.
Донъяла барлыҡ ғаиләләргә
Хоҙай бәрәкәт бирһен ҡойоп (2 тапҡыр)

Читайте также: