Кышкы буран песня слова
Обновлено: 22.11.2024
Кемдең генә тейҙе күҙе, Әллә яман дошман һүҙе, Нурһыҙланды нурлы ҡарашың. Һалҡын боҙҙай осло һүҙҙәр Йөрәгемде йәлләмәйҙәр. Тигеҙ һуҡмағыбыҙ-аҙашты. Припев: Юғалма минең яҙмышымдан. Беҙҙең юлдар бергә ҡушылған. Үкенеп иларлыҡ булмаһын. Ашыҡмасы, йәнем, зинһар уйлан. Ниндәй әсе елдәр иҫте Өшөттөрөп күңелеңде. Зәһәр елдән һаҡлай алманым. Тик бул йәнем, үҙең көслө. Тормош бит ул шулай үсле. Парлы ҡанаттарың һынмаһын. Припев: Юғалма минең яҙмышымдан. Беҙҙең юлдар бергә ҡушылған. Үкенеп иларлыҡ булмаһын. Ашыҡмасы, йәнем, зинһар уйлан. Иләҫ-миләҫ елдәр иҫһә, Ят йөрәктән йылы килһә, Хәтерлә һин әйткән һүҙемде. Устарыңда минең йөрәк, Мәңгелеккә булам терәк, Ташлап китмә мине үҙемде. Припев: Юғалма минең яҙмышымдан. Беҙҙең юлдар бергә ҡушылған. Үкенеп иларлыҡ булмаһын. Ашыҡмасы, йәнем, зинһар уйлан.
Салауат (Acoustic)
Минзаля Яхина
Бейек тау ҡаланың иң бейек ташында Елгә ҡаршы торған һынға бөтә халҡым баға Ә ул күрмәй, ишетмәй алыҫтарға ҡарай Үҙ халҡына боролорға аҡ таш һарай ҡушмай Ҡушымта: Салауатым, төш атыңдан Халҡың барыр һинең артыңдан Яуға түгел, бары ишектәрҙе шаҡыр заман Салауатым, ситләшмә халҡыңдан Баҡһаң беҙгә үҙең, күрер ине күҙең Фәҡирлек-ул ирек тигән йөкмәткеле һүҙең Өҙгөләп тә ташлар өсөн ынтыла телемә Көсө етһә алыр һине йолҡоп йөрәкте лә Ҡушымта: Салауатым, төш атыңдан Башҡорт барыр һинең артыңдан Яуға түгел, бары ишектәрҙе шаҡыр заман Салауатым, ситләшмә халҡыңдан Һинең далаларың, ғорур ҡаяларың Түгел ул һинеке, сит кеше үҙ итте Мәскәү һатып алған, мөһөрө һуғылған Һинең ерҙәреңә, Салауатстан Ҡушымта: Халҡым улы, төш атыңдан Йәштәр барыр һинең артыңдан Яуға түгел, имән ишектәрҙе ватыр заман Салауатым, һорай Башҡортостан Ҡушымта Салауатым, төш атыңдан Йәштәр барыр һинең артыңдан Яуға түгел, имән ишектәрҙе ватыр заман Салауатым, ситләшкә халҡыңдан
Читайте также: