Куп хайлама саскаларзе слова песни
Обновлено: 23.11.2024
1. Беҙ болонда икәү инек,
Һин бер аҡ сәскә өҙҙөң.
Һөйә-һөймәй тип иркәләп
Һин уны өҙгөләнең.
Припев:
Күп һайлама сәскәләрҙе,
Һин минең һөйгәнде бел.
Өҙгөләмә үҙәгемде,
Ул һиңә сәскә түгел. (3 раза)
2.Яландарҙа яҙ еленә
Аҡ сәскә иркәләнә.
Шул сәскәнең еҫтәренә
Күңелем иркәләнә.
Припев:
Күп һайлама сәскәләрҙе,
Һин минең һөйгәнде бел.
Өҙгөләмә үҙәгемде,
Ул һиңә сәскә түгел. (3 раза)
Другие песни исполнителя:
Дәртле саҡтар
Сагидулла Байегет
Ирендәрең (Ирада Фазлаева менән)
Сагидулла Байегет
Йөрәгем һине юҡһына, Көткән хистәр тик юлғына, Үткәндәрҙә һин ҡалырһың, Күҙ йәше булып тамырһың. Ирендәргә ирендәрең, Теләмәйем тейгәндәрен. Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла, Йәнем һинән арынһа ла. Хистәремде яңыртырмын, Һиңә тиеп ашҡынырмын, Үткән хистәр әйләнерҙәр, Сәстәр сәскә бәйләнерҙәр. Ирендәргә ирендәрең, Мин теләйем тейгәндәрен. Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла, Йәнем һиңә табынһа ла. Йөрәгем һине юҡһына, Көткән хистәр тик юлғына, Үткәндәрҙә һин ҡалырһың, Күҙ йәше булып тамырһың. Ирендәргә ирендәрең, Мин теләйем тейгәндәрен. Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла, Йәнем һиңә табынһа ла.
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит
Сагидулла Байегет
Ҡайтамын тип хаттар яҙыуыма Көндәр түгел, айҙар үттеләр Әммә юлдар һиңә етмәйенсә Йыраҡтарға алып киттеләр. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит. Көтәһеңдер хат ташыусы килһә, Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип. Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер: Иртәгә, бәлки, булыр тип. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит. Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға, Утыңды һүндермәйсә, мине көт, Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфу ит. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.
Читайте также: