Гульсум бикбулатова песни текст песни

Обновлено: 23.11.2024

Бала саҡҡа ҡайтыр инем
унап арығансы ғына.
Уйҙарымда ҡайтам да һуң
уйҙар ялғансы ғына.

Их, ҡайтырға бала саҡҡа
әсәйем һөйөр ине..
һөйөр ине ,һин бит минең
шатлығым тиер ине.
Их ҡайтырға бала саҡҡа
атайым һөйөр ине
һөйөр ине һин бит минең
шатлығым тиер ине.

Бала саҡҡа ҡайтыр инем
Миләш өҙгәнсе генә.
Янып торған миләштәрҙән
Төймә теҙгәнсе генә.

Эх, ҡайтырға бала саҡҡа
әсәйем һөйөр ине..
һөйөр ине ,һин бит минең
шатлығым тиер ине.

Күге аяҙ бала сағым,
Һиңә юлдар өҙөлгән.
Иң йыраҡта һинһеҙ йылдар
Моң ептәргә теҙелгән.

Их, ҡайтырға бала саҡҡа
әсәйем һөйөр ине..
һөйөр ине ,һин бит минең
шатлығым тиер ине.
Их ҡайтырға бала саҡҡа
атайым һөйөр ине
һөйөр ине һин бит минең
шатлығым тиер ине.

Читайте также: