Гармунлы йашлек текст песни
Обновлено: 23.11.2024
Гармунлы йәшлек.
Беҙ түгелме ауылдарҙа
Гармундар тартып үҫтек?
Үҫеп ир-егеттәр булғас,
Ауылдан сығып киттек.
Йәшлектәр уҙып китһә лә,
Үкенестәр ҡалманы.
Беҙҙең гармунлы йәшлектәр
Йырһыҙ-моңһоҙ булманы.
Ауылдар иҫкә төшкәндә,
Гармун моңдары сыңлай.
Ситтә йөрөгәндәр генә
Ауыл ҡәҙерен аңлай.
Ауылдар ҙа үҙгәрҙеләр,
Гармундар ҙа уйналмай.
Егеттәр ҙә гармун һуҙып,
Урамдарҙы буйламай.
Хәҙер ауылдарға ҡайтып,
Гармун уйнап үтһәк тә,
Йәш ваҡыттар кире ҡайтмай,
Ни хәл генә итһәк тә.
Читайте также: