Фарваз урманшин песни текст
Обновлено: 23.11.2024
Көндө-көнгә ялғай-ялғай
Айҙар үтә, йылдар үтә.
Япраҡтарын ҡоя-ҡоя
Ғүмеркәйҙәр көҙө етә.
Әйтелмәгән хис-тойғолар,
Үтәлмәгән һүҙ-вәғҙәләр.
Үкендереп, көрһөндөрөп ,
Бәғерҙәрҙе телеп үтә.
Кисерегеҙ, йән-дуҫтарым,
Янығыҙҙа булалманым.
Тормош йөгөн һеҙ тартҡанда
Иңдәремде ҡуялманым.
Кисер мине, йән һөйгәнем,
Сайпылдырҙың хистәремде.
Бирә алманым тик үҙеңә
Мөлдөрәмә тулы көйө.
Кисерегеҙ урман-ҡырҙар,
Уйнап үҫкән ғәзиз тупраҡ.
Мин йөрөй(н)өм сит яҡтарҙа
Сит яҡтарҙан ҡурсау һорап.
Көҙгө елдәр әсе икән,
Ғүмер үкенесле икән.
Һуңлап ҡына ҡәҙерҙәрен
Белеүҙәре ҡыйын икән.
Читайте также: