Башынды югалтып текст аккорды

Обновлено: 23.11.2024

Am_________F____________C___________G
Айырылһа ла беҙҙең юлдар, ҡар аҫтында ҡалмаҫ улар,
Ҡаш һикертә беҙгә яҙмыш, ә күҙҙәре тулы һағыш.

Юғалтырға мине һин ашыҡма, ышанысты тоғро һаҡла,
Сәсрәтһәңдә тирә яҡҡа нәфрәтеңде, һин йәшермә хистәреңде.
Припев:
______________Am__________________F
Башыңды юғалтып, һин йәнем шашынма,
____________________C__________________G
Бар ғәләмгә ҡул һелтәп сыҡ минең ҡаршыма.
Ҡайғы хәсрәттәреңде ташла яр аҫтына,
Бөтәһенә үс итеп көрәш йәшәү хаҡына.

Китер булһаң да был донъянан, башлармын тип тормошто һин яңынан,
Хәтирәләр яндырыр йөрәгеңде тешләр булһаң да һин терһәгеңде.

Припев:
Башыңды юғалтып, Һин йәнем шашынма,
Бар ғәләмгә ҡул һелтәп сыҡ минең ҡаршыма
Ҡайғы хәсрәттәреңде ташла яр аҫтына
Бөтәһенә үс итеп көрәш йәшәү хаҡына.

Читайте также: