Ал мине узен белэн текст песни

Обновлено: 23.11.2024

Ал мине лә үҙең менән бергә
Китә күрмә яңғыҙ ҡалдырып.
Айырылып ҡалған аҡҡош һымаҡ
Мин йөрөрмөн һинһеҙ ҡаңғырып.

Өҙә күрмә бергә һыуҙар һипкән
Иркәләгән наҙлы гөлөмдө.
Ул һулыһа башҡа мең гөлдәр ҙә
Биҙәй алмаҫ минең түремде.

Китә күрмә көн-төн дөрләп янған
Усағымды тапап һүндереп.
Өшөгәндә кемгә һыйынырмын,
Хәлдәремде белеп кем керер.

Өҙә күрмә һайрар ҡошсоғомдоң
Көйләр көйөн, йөрәк ҡылдарын.
Өҙөлгән ҡыл нисек көйләһәң дә,
Бирә алмай тәүге моңдарын

Читайте также: