Текст песни тормошто яратам
Обновлено: 22.12.2024
1. Мин яратам был тормоштоң һәр миҙгелен,
һәр сәскәһен, болондағы һәр бер гөлөн.
Һәр ағасын, урмандағы һәр бер ҡошон
Мин яратам һәр миҙгелен был тормоштоң.
Ҡушымта:
Был һөйөүҙе миңә Хоҙай үҙе бирҙе,
Ярат тиеп утты, һыуҙы, күкте, ерҙе.
Шуға ла мин бар донъяға яңғыратам
Мин яратам был томошто, мин яратам.
2. Зарланмағыҙ юҡҡа тормош ауыр тиеп,
Йөрөмәгеҙ башығыҙҙы түбән эйеп.
әгәр яуһа өҫтөгөҙгә ҡойоп ямғыр
Ҡайғырмағыҙ, ямғырҙан һуң, балҡыр йәйғор.
3. Ниңә моңло һайрай икән һандуғастар,
ниңә көйләп оса икән ҡарлуғастар.
Һандуғастар һайрамайҙар юҡты-бушты,
улар ҙа бит яраталар был тормошто.
Читайте также: