Текст песни гумер ике килмай

Обновлено: 05.07.2024

әйҙә дуҫҡай ал ҡулыңа
моң һандығы гармуның
уйна әйҙә моңло көйҙәр
сиртеп күңел ҡылдарын.

ике килмәй был ғүмерҙәр
ҡабынмай һүнгән йондоҙ
бергә йәшәү-байрам бит ул
үтмәһен ғүмер йырһыҙ.

йырлайыҡсы йән дуҫтарым
беҙҙең йәшлек йырҙарын
һынамайыҡ ваҡыттарҙы
үткән ғүмер йылдарын.

ҡоштар йәшәй гел һайрашып
ҡош телендә серләшеп.
йырҙарға тиң был тормошта
йәшәйек бергәләшеп.

Читайте также: