Текст песни гульдар ишкуватова эсэйем
Обновлено: 21.11.2024
Елдәй елеп уҙалар
Ғүмерем йылдары йылдары
Үтелгән юлдарым,
Күңелем ҡылдары
Йырланған йырҙарым моңдарым
Берсә уйлап ҡараһаң
Ғүмер бит ыуалыр быяла
Ни кәрәк һуң миңә
Ни өсөн йәшәйем
Ни етмәй миңә был донъяла
Ауыр саҡта яндарыңа
Йүгереп кенә ҡайтаһы ине
Иңдәреңә башымды һалып
Рәхәтләнеп илайһы ине..
Әсәй, әсәйем. Һағындым нишләйем,
Әсәй, әсәкәйем һағындым нишләйем.
Бер нигә баш эймәйем
Төндө көндәй күреп йәшәйем
Тормош матур тиеп ҡыуанам йәшнәйем
Ул тик һин булғанға әсәйем
Әсәкәйем йөрәгем
Һин берҙән бер минең терәгем
Әгәр һин булмаһаң
Минең был донъяла
Кемгә генә һуң бар кәрәгем
Ауыр саҡта яндарыңа
Йүгереп кенә ҡайтаһы ине
Иңдәреңә башымды һалып
Рәхәтләнеп илайһы ине..
Әсәй, әсәйем. Һағындым нишләйем,
Әсәй, әсәкәйем һағындым нишләйем.
Эскенәйем моң тулы
Түгелерме бер саҡ йыр булып
Сикһеҙ рәхмәттәрем
Табалмай һүҙҙәрем
Йөрәгемдә ҡайнай урғылып.
Берҙән берем әсәйем,
Һиңә оҙон ғүмер теләйем
Тормош бит ҡуласа
Моңайма бер ҡасан
Иҫән һау ғына бул әсәйем
Йәшәүемдең йәме бөтһә
Һүҙҙәреңдән алам көсөмдө
Мең йырға ла һыйҙаралмам төҫлө,
Һиңә булған тойғо хисемде.
Әсәй, әсәйем. Һағындым нишләйем,
Әсәй, әсәкәйем һағындым нишләйем.
Нишләйем, нишләйем.
Читайте также: