Ташлама текст песни фируза париж
Обновлено: 22.12.2024
Пар сәскәләр гөлдә, пар аҡҡоштар күлдә
Пар һандуғас булһа йыр матур.
Йәреңдән айырылып, ҡанатың ҡайырылып
Ҡалһаң һине кемдәр йыуатыр?
Йәнемде ҡанатып, ҡайырма ҡанатым
Ташлама йәреңде, ташлама!
Һинекенән артыҡ түгел кеше йәре
Үҙ ҡанатың бирмә башҡаға.
Йылғаларҙың яры һаман парлы-парлы
Көн ҡояшлы, төндөң айы бар
Парлыларҙы күреп, үҙәктәрен өҙөп
Ғүмер итә айырым яңғыҙҙар.
Бул һин гел янымда, ҡайғылы сағымна
Шатлығын да тигеҙ бүлешеп
Күҙҙәренә ҡарап, бер-береңде аңлап
Ғүмерҙәр ит һөйөп-һөйөшөп
Читайте также: