Тамыр песни атайым текст
Обновлено: 22.12.2024
Ҡаяларҙай ныҡлы, елдәй наҙлы атайҙарҙың һөйөүе.
Бала өсөн иң ҙур бәхет бит ул, шул һөйөүҙе һиҙеүе.
Булһалар ҙа һирәк иркәләүҙәр (шелтәләүе күберәк),
Ауыр саҡта, һынауҙарҙа атайҙар ныҡлы терәк.
Йөрәгендә, тәрән күңелендә балаһына наҙ ята.
Минең өсөн яҡын кеше, иң наҙлы һүҙ ул - атай!
Талғын ғына ваҡ аҙымы менән атай ҡайтып килә туғайҙан.
Башын түбән эйгән. Арыуҙанмы, әллә башҡа һыймаҫ уйҙарҙан?
Яйлап ҡына атай ҡайтып килә, туғай ҡоштарынан моң алып.
Ғүмерҙәрең үтте ауыр эштә, йөрөмәнең әммә зарланып.
Сабыр ғына ҡараш, тын, йылмайыу. Тик ниндәй йөк ята иңендә?
Был олпатлыҡ һиңә ныҡ килешә, ғүмер көҙөңдә лә бирешмә.
Сабырлыҡтар юлдаш һәр саҡ һиңә, иҙгелектәр тулы йәнеңдә.
Тормош юлың, атай, беҙгә үрнәк, мин бәхетле һинең яныңда.
\"Атай!\"- тейеп ҡосағыңа сумам, иркәләнәм һинән, һөйөләм.
Һин булғанға беҙҙең өй ҙә йылы, һинең янда рәхәт, мин беләм.
Ғүмер юлым башлағандан алып миңә терәк булдың, таяныс.
Атайымдың иркә ҡыҙы булып, йәшәүҙәре миңә ҡыуаныс.
Яҙмыш һиңә мәрхәмәтле булһын, айырмаһын Хоҙай һаулыҡтан.
Һөйөнөстәр генә алып килһен һәр көн һайын атҡан алһыу таң.
Ауыр уйҙарға сумғанһың, башыңды түбән эйеп.
Бала саҡтай иркәләнеп ятарҡым килә үбеп.
Күңел йөҙөң еңеләйер. Бүлешсе минең менән.
Башҡайыңды эйгән саҡта ағарған сәсен күрәм.
Күңелеңдең бар йылыһын бирҙең һәр саҡта миңә,
\"Атайым\"- тип гел ҡәҙерләп өндәшеү яҙһын һиңә.
Атайымдың күңеленә һыйған ҡояш яҡтыһы,
Бирер инем ғүмеремдең һиңә, атай, яртыһын.
Читайте также: