Косилка молотилка башкирская песня текст

Обновлено: 22.12.2024

Уйнап алайыҡ әле /лә/,
Йырлап алайыҡ әле,
Уйнайыҡ та, йырлайыҡ та,
Бейеп алайыҡ әле.
Косилка, молотилка,
Сортировка, веялка.

Уйнайбыҙ бергә-бергә /лә/,
Бейейбеҙ бергә-бергә.
Уйнап-көлөп, шау-гөр килеп,
Эшләйбеҙ бергә-бергә.
Косилка, молотилка,
Сортировка, веялка.

Улай итербеҙ әле,
Былай итербеҙ әле.
Улай итербеҙ әле /лә/,
Былай итербеҙ әле.
Косилка, молотилка,
Сортировка, веялка.

Уйнайбыҙ бергә-бергә /лә/,
Бейейбеҙ бергә-бергә.
Уйнап-көлөп, шау-гөр килеп,
Йәшәйбеҙ бергә-бергә.
Косилка, молотилка,
Сортировка, веялка.

Другие песни исполнителя:

Фанис Султангулов

Саф мөхәббәт

Фанис Султангулов

Фанис Султангулов

Мине көтһәң төнөн-көнөн, Йоҡолары тартып алһам, Ғәфү итсе мине, ҡабат Яндарыңа ҡайта алмам. Припев Күҙең талһа юлға ҡарап, Керпектәрең хәлһеҙ төшһә. Ғәфү итсе үткәндәрен Булыр бары төштә генә (х2) Иреңдәрең исемемде Ҡабат-ҡабат әйтеп талһа, Ғәфү итсе, боролалмам Тағы килеп һинең янға. Припев Күҙең талһа юлға ҡарап, Керпектәрең хәлһеҙ төшһә Ғәфү итсе, үткәндәрен Булыр бары төштә генә (х3)

Ниңә аңламайым

Фанис Султангулов

Күҙ алмай торған булам тәҙрә уттарына ҡарап, Һине күреп тынһыҙ ҡалам, булды бит йөрәгем харап. Бына һүнде тәҙрә уты, яңғыҙ ҡалдым ҡараңғыла. Ләкин яна йөрәк уты, һүнмәй бара өмөт ҡала. Припев: Ниңә, аңламайым, ҡасаһың? Әллә миңә ышанмайһың? Хаттарыма яуап яҙмайһың? Әллә инде мине оноттоң? (2 раза) Нимә кәрәк эре ҡыҙҙан һинең кеүек ашҡан йөҙҙән? Дуҫтарым мине аңламай, аңлай тик төнгө тулы ай. Мине күреп тәҙрә төбөндә шым ғына илай ямғыр. Күрмәҫһең мине бөгөн дә, иртән күрерһең барыбер. Припев: Ниңә, аңламайым, ҡасаһың? Әллә миңә ышанмайһың? Хаттарыма яуап яҙмайһың? Әллә инде мине оноттоң? (2 раза) Эх, һине ҡосағыма алып йылынырға ине. Сәстәреңдән һыйпап, йылмайыуыңа, Матурлығыңа һоҡланып, бергә булырға ине. Ләкин ниңәлер, бәғрем, һин мине аңламайһың. Припев Ниңә, аңламайым, ҡасаһың? Әллә миңә ышанмайһың? Хаттарыма яуап яҙмайһың? Әллә инде мине оноттоң? (2 раза)

Фанис Султангулов

Припев: Һиңә тулды 16 йәш, һинең йөҙҙәрең нур-ҡояш, Күңелеңдә һөйөү хисе, бәғерем. Ә мин тышта һине көтәм, сығалмағаныңды беләм, Иртән килермен мин тағын, илама, мөхәббәтем. Әхирәттәрең ҙурайҙы, яҡын дуҫтарың һөйләшмәй. Һине атай менән әсәй кистәрен өйҙән ебәрмәй. Классташтарың һиндән көлә, һине бала тип һанайҙар. Атай-әсәй һине әрләй, һинең хәлде аңламайҙар. Припев: Һиңә тулды 16 йәш, һинең йөҙҙәрең нур-ҡояш, Күңелеңдә һөйөү хисе, бәғерем. Ә мин тышта һине көтәм, сығалмағаныңды беләм, Иртән килермен мин тағын, илама, мөхәббәтем. Әхирәттәрең ҙурайҙы, яҡын дуҫтарың һөйләшмәй. Һине атай менән әсәй кистәрен өйҙән ебәрмәй. Ә мин тышта һине көтәм, сыҡманың яныма тағын, Һинән башҡа ғашиҡ булмам, кәрәкмәй бүтән ҡыҙ-ҡырҡын. Припев: Һиңә тулды 16 йәш, һинең йөҙҙәрең нур-ҡояш, Күңелеңдә һөйөү хисе, бәғерем. Ә мин тышта һине көтәм, сығалмағаныңды беләм, Иртән килермен мин тағын, илама, мөхәббәтем. (2 раза)

Читайте также: