Диана ишниязова тексты песен
Обновлено: 22.12.2024
Йөрәктәрҙе, әй, елкетеп
Иҙәндәрҙе һелкетеп.
Бейей беҙҙең яҡ ҡыҙҙары
Тыпыр - тыпыр саҡ итеп.
Өҙҙөрөп тә, әй, баҫалар,
Осар ҡоштай осалар.
Улар шулай ҡанатланып
Бейеп күңел асалар.
Һин дә беҙҙең менән бергә
Кил, төш, бейергә!
Өҙҙөрөлөп бейегәндә
Әйләнмәһен башығыҙ.
Кем йөрәген яндыралыр
Һеҙҙең ҡара ҡашығыҙ?!
Ниңә әле бейемәҫкә
Уйнамаҫҡа, көлмәҫкә.
Сит бер килгән йәш ғүмерҙең
Ҡәҙерҙәрен белмәҫкә?!
Үксәләрҙән уттар оса
Ялҡынланғас йөрәктәр.
Дәртле ҡыҙҙар бейегәндә
Күтәрелә кәйефтәр.
Ялтырайҙар йөҙөктәре
Сың-сың килә алҡалар.
Беҙҙең яҡтың ҡыҙҙарына
Барһы ла таң ҡалалар.
Тыуған яҡтың ай ҡояшы
Балҡый һеҙҙең йөҙҙәрҙә.
Һылыуҡай тип һоҡланалар
Һеҙгә төшкән күҙҙәр ҙә.
Читайте также: