Башкорт телендэ хойлэшэм песня текст
Обновлено: 22.12.2024
Булат: Беҙҙе бер саҡ ҡырағай күрҙеләр,
“Телһеҙ” башҡорт тип көлдөләр,
Ер-һыуыбыҙ, илебеҙ таланды,
Йөрәгебеҙ булды яралы.
Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,
Ләкин ауыр яза татыныҡ.
Телебеҙҙе батша ҡырҡтырҙы,
Тархан мырҙа ҡамсы һуҡтырҙы.
Телһеҙ булдыҡ. Ләкин хыялдар
Даръяларҙан тәрән, киң ине.
Бығауҙарҙы бер саҡ өҙөрбөҙ,
Ирек таңы тыуыр бер, тинек.
Рус туғаным менән бергәләп
Азат иттек изге еремде
Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ
Минең туған башҡорт телемде.
(Б.Бикбай)
5 кл: Башҡорт балаһы мин,
Мең йыл уйылып барған эҙем бар,
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, һүҙем бар! (Р.Бикбаев)
“ Мин башҡорт балаһы” йыр
Булат : Башҡорт балаһы мин.
Эйе, башҡортмон, тиеп әйтеүҙәре – үҙе ниндәй ғорурлыҡ, шулай бит,
Лилиә: Ысынлап та, Булат, башҡорт тигән исемде бөгөнгө һәм киләсәккә
еткерер өсөн, халҡым быуаттар буйы азатлыҡ, ғәҙеллек өсөн көрәш
Булат: Башҡорт халҡы, рус халҡы менән бер рәттән, Рәсәйҙә федерализмға
нигеҙ һалыусы булып тора, ти тарихсылар. Ерен, телен, ғөрөф-
ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән килешеүгә ҡул ҡуйыу
халҡыбыҙ өсөн айырыуса әһәмиәтле була.
Лилиә :1917 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлидигә милли хәрәкәтте башлау өсөн күп
көс түгергә тура килә.
“ Зәки – Башҡортостан терәге”, Ш.Бабич
Сафиуллин Салауат (9а)
Булат: 1919 йылдың 23 мартында Башҡорт автономияһы төҙөлөүе
тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Ошо көн Башҡорт АССР-ның
тыуған көнө тип иғлан ителә.
Лилиә : Рәсәй Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2019 йылда
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы
Булат: Был оло ваҡиға ил кимәлендә билдәләнер, сөнки республикабыҙ йөҙ
йыл дауа мында Рәсәйҙең ышаныслы, ныҡлы төбәге булып ҡала килде.
Күп милләтле республикабыҙ илебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы.
Ҡурайҙа “Ел, ерәнем” , ҡурайсылар ансамбле
Лилиә: Ярты быуат эсендә беҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙ алдынғы
республикаларҙың береһенә әүерелде. Һәм ниһайәт, 1990 йылдың 11
октябрендә үҙ аллы дәүләт булып иғлан ителде.
Презентация (герб, гимн, беренсе президент - викторина )
Башҡорт бейеүе.
Булат: Мең йыллыҡ тарихы булған башҡортто башҡорт иткән нимә?
Ул - ғәзиз башҡорт телем! Бөгөн, 14 декабрь – башҡорт теле көнө
тип билдәләнә лә инде!
Лилиә: Туған тел!
Сабыр иткән дә һин беҙҙе,
Сағыу иткән дә һин беҙҙе,
Аңлы иткән дә һин беҙҙе,
Данлы иткән дә һин беҙҙе,
Ерле иткән дә һин беҙҙе,
Көслө иткән дә һин беҙҙе,
Кеше иткән дә һин беҙҙе –
Туған тел. (Рамаҙан Шәғәлиев)
Руфина : Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, –
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ! (Рәми Ғарипов)
Алмаз : Яҙмышыбыҙ – тел яҙмышы,
Беләм уның хаҡында:
Әгәр телем йәшәй икән,
Йәшәйәсәк халҡым да. (Ирек Кинйәбулатов)
Илүзә: Әйҙә юлдар алыҫ алып китһен,
Мин барыбер тыуған илемдә.
Тыуған илгә булған һөйөүемде
Әйтермен тик туған телемдә. (Рәшит Назаров)
Йыр “Башҡорт телендә һөйләшәм ” (Р.Шәкүр һүҙ., М.Сәлимов көйө)
Башҡара Загидуллина Айһылыу
1. Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
2. Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
3. Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
Лилиә: Донъяла һәр халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән, бер
булмышы бар. Ул – тел. Тел халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү,
Ранис: “Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем,
Тибрәнһен шул шәрбәт телем һәр даим.
Бирҙең, тәңрем, телде шуға әйҙәйем!” – тип әйткән беҙҙең мәшһүр
Руфина: “Теле барҙың – иле бар, иле барҙың – көнө бар”, -тигән сәсәндәр.
Ильсур: Үҙ телемдә һөйләшәм-
Миңә ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм –
Мин ҡояшҡа тиңләшәм. (Д.Талхина)
Алмаз: Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Илүзә: Шуға ла мин тел ҡәҙерен беләм,
Бер телдән дә телем кәм түгел.
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла
Кәм күрер тик уны кәм күңел! (Р.Ғарипов)
Руслан: Ерҙә кешеләр һөйәгенән
Тел – тере шишмә – үлмәгән,
Бөгөнгә еткән! (Б.Бикбай)
Аделина: Күпме аҫыл һүҙебеҙ бар
Һөйөклө туған телдә.
Тыуған ерһеҙ, туған телһеҙ
Йәшәй алмай бер кем дә. (Р.Бикбай)
Нур: Һөйләшегеҙ туған телдә,
Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы
Кешегә өләшегеҙ! (К. Бакиров)
Булат: Һаҡлай белһә халыҡ үҙ телен
Һис иркенән яҙмаҫ илендә.
Ул күктәге бөркөт шикелле
Кем тота ала уны күгендә!? (Р.Ғарипов)
Фольклор ансамбле сығышы (ҡурай, ҡумыҙ, һайран)
ЙЫР Алмаз Ғәзизов “Башҡортостан –тыуған ерем”
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ДӘҮЛӘКӘН РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Читайте также: