Башкирская песня гульназира текст
Обновлено: 22.12.2024
Күршебеҙгә ҡунаҡ килгән,
Инде нихәл итәйек?
Туҡмаҡ ҡойроҡ ҡара бәрәс
Һуйып, ҡунаҡ итәйек.
Ай, эйелмәй, бөгөлмәй,
Матур баҫа түгелме,
Матур баҫып бейегәндә,
Күңел аса түгелме,
Матур баҫып бейегәндә,
Күңел аса түгелме.
Һыуҙар аға арыҡтан,
Ҡыҙҙар ҡарай ярыҡтан,
Һикереп төшөп бейер инем,
Ояламын халыҡтан.
Ер еләге бешкән саҡта
Һайлап ашап булманы,
Яҙғы һабан туйҙарында
Осрашып булманы.
Читайте также: