Аргымак бирешма текст песни
Обновлено: 22.12.2024
(- Э, һин нимә уңа ҡарайың? Ул минеке! Хәр* томшоғоңа бирәм!
- Так, поехали. С третьей цифры.)
. һин бирешмә.
Был донъяның матурлығын күрә бел,
Кешелектең яҡшылығын тоя бел,
Үҙ урыныңды тап һин был ерҙә,
Һин бирешмә, һин бирешмә.
Донъяла беҙгә ваҡыт бирелгән,
Кемде тормош бәйеттәре көлдөргән,
Йәшә, эшлә, ярат, ял итә бел,
Бәхеткә етә бер арышың һинең.
Тормошобоҙ тора осраҡтарҙан,
Ҡасырға кәрәк бысраҡтарҙан,
Юҡҡа башыңды һин ҡатырма,
Хәтирәлә булһын ҡартайғанда.
ҡушымта (2 тапҡыр):
Был донъяның матурлығын күрә бел,
Кешелектең яҡшылығын тоя бел,
Үҙ урыныңды тап һин был ерҙә,
Һин бирешмә, һин бирешмә.
Был донъяла кеше тик ҡунаҡ,
Йәшәп китһәң - урының тупраҡ.
Шуның өсөн һаҡла һин йәнеңде,
Мәңгелектә табыр ожмахтарҙы.
Ихлас булыр кәрәк һәр кешегә,
Хөрмәт ит, ҡарама кейеменә.
Ер шары Ҡояш тирәләй әйләнә,
Өлгөр донъяны күрергә.
ҡушымта (4 тапҡыр):
Был донъяның матурлығын күрә бел,
Кешелектең яҡшылығын тоя бел,
Үҙ урыныңды тап һин был ерҙә,
Һин бирешмә, һин бирешмә.
(- Вот так играй. Зимфир! Ты уволен.)
Добавлено Буран в пт, 18/06/2021 - 14:49
Читайте также: